Обычный вид

Яңылыҡтар

20.03.2020 11:08:00

Шаварш Карапетян Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы бойороғо менән Шаварш Карапетян йәмәғәт башланғысында республика етәксеһе кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде.

Яңы кәңәшсенең бурысы – Башҡортостанда физкультура һәм спортты үҫтереү.

Белешмә. Карапетян Шаварш Владимирович 1953 йылдың 19 майында Әрмән ССР-ының Кировакан ҡалаһында тыуған.

Әрмән дәүләт физик культура институтын, Ереван халыҡ хужалығы институтын тамамлаған. 1970 йылдарҙа һыу аҫтында йөҙөү буйынса донъяла иң көслө спортсыларҙың береһе була. 1972 йылдан – СССР-ҙың йыйылма командаһында. 1973-1977 йылдарҙа – ете тапҡыр СССР чемпионы, 1973-1980 йылдарҙа 15 тапҡыр СССР Кубогын алған, 1972-1977 йылдарҙа – 13 тапҡыр Европа чемпионы, 1972-1977 йылдарҙа – 50 метрға сумыу, 100, 400 һәм 800 метрға акваланг менән йөҙөү кеүек ярыш төрҙәрендә 11 тапҡыр донъя рекордсмены.

1983 йылда спортта ғәҙеллек һәм намыҫлылыҡты символлаштырған ЮНЕСКО-ның Fair Play почёт билдәһенә лайыҡ булған. «Почёт билдәһе», Батырлыҡ ордендары, «Һыуға батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Ҡояш системаһының 3027-се бәләкәй планетаһына Шаварш исеме бирелгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter