Обычный вид

Яңылыҡтар

18.03.2020 16:09:00

Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл - 2019» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләне

18 мартта  Хөкүмәт Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл - 2019» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләне.  Беренсе урынды һәм 500 мең һумлыҡ премияны Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы яуланы. Икенсе урында – Баймаҡ районы Йылым ауылы. Улар 250 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Өсөнсө урын – 150 мең һумлыҡ сертификат Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылына тапшырылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡсан проекттың мөһимлеген билдәләне һәм конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

–     Был ысын мәғәнәһендә халыҡсан конкурс. Беҙҙең халыҡтың асылын, йолаларын сағылдыра. Конкурс башланғысында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тора. Һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда айыҡлыҡ беҙҙең дәүләт сәйәсәте. Был тәңгәлдә ярайһы уңыштарға ирештек. Ялған спиртлы эсемлектәргә ҡаршы алып барылған көрәште күрәләр, баһалайҙар. Был беҙҙең уртаҡ эшебеҙ.

Республика етәксеһе йәмәғәт башланғысын артабан да дауам итергә кәрәк тине һәм 2020 йылда был конкурсты киңерәк масштабта үткәрергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров приз фондын 10 тапҡырға арттырырға ҡушты. Киләсәктә биш еңеүсегә ауылдарын комплекслы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биреләсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter