Обычный вид

Яңылыҡтар

10.03.2020 11:41:00

Радий Хәбиров Таҙалыҡ көндәре үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Республика район-ҡалаларында санитар-эпидемиологик торошто яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Таҙалыҡ көндәре үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта төбәк етәксеһе аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.

Документҡа ярашлы, ҡала-район хакимиәттәренә айына ике тапҡыр Таҙалыҡ көндәре ойоштороу кәңәш ителә. Ул ихата, урамдарҙы, баҡса, парктарҙы һәм башҡа йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереүҙе күҙаллай.

Йыл һайын 1 апрелгә тиклем муниципаль берәмек хакимиәттәре  Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Таҙалыҡ көндәре үткәреү буйынса саралар планын ебәрергә тейеш.

–      Беҙ айырым муниципаль берәмектәр миҫалын өйрәндек. Өлгө итеп Әлшәй, Учалы райондарын килтерә алабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙа һәр бер предприятие бер сәғәткә эшселәрен тәғәйен биләмәне таҙартыу өсөн бүлә. Һөҙөмтәлә күрәбеҙ, Учалы – иң таҙа һәм бөхтә ҡала. Ошо тәжрибәне беҙ тотош республика буйынса таратырға булдыҡ.

Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә өс тапҡыр дөйөм республика экология өмәләре (18 апрель, 4 июль һәм 3 октябрь), 16 Таҙалыҡ көнө һәм ике тапҡыр «Йәшел Башҡортостан» дөйөм республика акцияһын үткәреү күҙаллана. Бынан тыш, 2 апрель Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter