Обычный вид

Яңылыҡтар

10.03.2020 11:57:00

Радий Хәбиров шифахана-курорт ойошмаларын үҫтереү буйынса эшсе төркөм булдырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы шифахана-курорт ойошмаларын үҫтереү буйынса эшсе төркөм булдырыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта ул Республика Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.

–      Етди һорауҙарҙың береһе – юлламаларҙың саманан тыш ҡиммәт булыуы. Шифахана дауаланыуына мохтаждарҙың күбеһе юллама һатып ала алмай, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә ошо йәһәттән халыҡҡа уңайлы мөмкинлектәр тыуҙырырға кәрәк.

Эшсе төркөмдө Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Башлығы урынбаҫары Ринат Бәширов етәкләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter