Обычный вид

Яңылыҡтар

04.03.2020 11:55:00

Өфө ҡала Советы ултырышы

4 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы ҡала округының дүртенсе саҡырылыш Советының 52-се ултырышында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында республика башҡалаһын үҫтереү буйынса төп бурыстарҙы билдәләне.

***

Өфө мэры Өлфәт Мостафин 2019 йыл йомғаҡтары буйынса муниципалитет хакимиәте эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. Радий Хәбиров Өфө хакимиәтендәге яңы команда эшен ыңғай баһаланы. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, йәмәғәт транспорты һәм башҡа йүнәлештәр буйынса үҙгәрештәрҙе билдәләп үтте. Шулай уҡ ҡала халҡы менән булдырылған бәйләнеште мөһим ҡаҙаныш тип билдәләне.

– Халыҡты ишетә, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һала башлауығыҙға рәхмәт. Был еңел булмаған бурыс, даими эш һәм яңы технологиялар ҡулланыуҙы талап итә, – тине Радий Хәбиров. – «Инцидент менеджмент» системаһын индереү, ҡала халҡы менән осрашыуҙар ойоштороу – мөһим күрһәткес. Был йүнәлештәге эшмәкәрлегегеҙҙе артабан да дауам итергә саҡырам.

 

Республика етәксеһе төҙөлөш тармағына айырым туҡталды. Өфө өсөн ҡатмарлы һорауҙар – алданған өлөшсөләр һәм социаль мәсьәләләрҙе бөтөнләй иҫәпкә алмаған ҡала эсендәге айырым-айырым төҙөлөштәр тине.

Радий Хәбиров  шулай уҡ 2024 йылда башҡала үҙенең 450 йыллығын билдәләйәсәген иҫкә төшөрҙө.

–        Әлбиттә мин ил Президенты Владимир Путиндан тейешле указға ҡул ҡуйыуын һораясаҡмын. Беҙ әле бының өсөн документтар әҙерләйбеҙ. Юбилей датаһына әҙерлекте бөгөндән башлау мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Өфөнөң күпкә заманса булыуы мөһим. Шулай тигәндә технологияларҙы ла күҙ уңында тотам. Өфө туризм үҙәге булырға, мөһим сараларҙы үҙенә йәлеп итергә тейеш. Был тәңгәлдә беҙ һеҙгә мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ.

 

 

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter