Обычный вид

Яңылыҡтар

02.02.2020 13:05:00

Радий Хәбиров Милли архивҡа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мемуарҙарын тапшырҙы

 2 февралдә Рәсәйҙә Хәрби дан көнө билдәләнә. 1943 йылдың тап ошо көнөндә совет һалдаттары Сталинград алышында немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итә.

 

Иҫтәлекле дата уңайынан Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Милли архивында булды һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең иҫтәлектәрен һаҡлауға тапшырҙы. Был документтарҙы төбәк етәксеһенә Донбассҡа барғанында Луганск халыҡ республикаһының Петровское ауылы халҡы бирә. Ҡулъяҙмаларҙа 15-се гвардия кавалерия дивизияһы командирының элекке адъютанты, отставкалағы өлкән лейтенант Шавруков, Надежда Карпова, Полина Токарева, Василий Иванов кеүек урындағы шаһиттарҙың яҙмалары бар.

  

Милли архив директоры Ғәли Хәйретдиновтың әйтеүенсә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡайһы бер яугирҙәре Петровское ауылында йәшәргә ҡала, ғаилә ҡора, был дәфтәрҙәрҙә уларҙың рәхмәт һүҙҙәре лә бар.

 

Архив хеҙмәткәрҙәре иҫтәлектәрҙе айырым китап итеп сығарырға йыйына. Уларҙың был теләген республика етәксеһе Радий Хәбиров хупланы.

 

–       Үткән йылда Петровское ауылында булғанда, беҙҙе урындағы халыҡ, мәктәп уҡыусылары – барыһы ла бик йылы ҡаршы алды, – тине ул. – Оло йәштәге казак килеп ошо дәфтәрҙе тапшырып китте. Ул был иҫтәлектәрҙе һаҡлаған. Дәфтәрҙәрҙең баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтен аҙаҡ аңланыҡ. Туғандар ҡәберендә, генерал Миңлеғәле Шайморатов, дивизия батырҙары ерләнгән ерҙә һәйкәл ҡуйылған. Ҡәберҙәргә бик һаҡсыл ҡараш булдырылған.

 

Милли архивта Радий Хәбиров шулай уҡ уникаль фонд менән танышты. Бында һаҡланған документтар иҫәбе – 2 млн 670 мең.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter