Обычный вид

Яңылыҡтар

27.01.2020 11:22:00

Яңы йыл каникулдары осоронда Башҡортостанға килеүсе туристар һаны артҡан

Яңы йыл каникулдары осоронда Башҡортостан ҡунаҡханалары һәм шифаханаларына Рәсәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 29 мең турист урынлашҡан. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.

Шифахана, ҡунаҡхана һәм туристик базалар былтырғы йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 20 процентҡа күберәк туристарҙы ҡабул иткән. Тау-саңғыһы базаларына килеүселәр 50 процентҡа артҡан. Бер-нисә көн дауам иткән  TERRA ZIMA фестивалендә 50 меңдән ашыу Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнаша. Ҡышҡы күңел асыу саралары эстафетаһын артабан «Самрау» Халыҡ-ара һауа шарҙары фестивале дауам итә. Ул 18-нән 26 ғинуарға тиклем үтә һәм Рәсәйҙең 18 ҡалаһы һәм донъяның өс иленән аэронавтарҙы йыя.

–      Ҡунаҡтар һанын иҫәпләү методикаһын камиллаштырырға тәҡдим итәм, – тине Радий Хәбиров. – Мәғлүм, ҡунаҡхана һәм шифаханаларҙа туҡталыусылар һаны асыҡ. Әммә туристар араһында фатирҙы ҡуртымға алыусылар, дуҫтарында һәм туғандарында ҡунаҡ булыусылар бар. Нисек кенә булмаһын, был йүнәлештә ыңғай үҙгәрештәр булыуын күҙәтәбеҙ. Беҙҙең өсөн туризм – иҡтисадтың мөһим бер тармағы. Эште дауам итергә кәрәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter