Обычный вид

Яңылыҡтар

27.01.2020 15:14:00

Радий Хәбиров Өфөнән көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн тергеҙеүгә старт бирҙе

27 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Транспорт сәғәте» форматында күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Ул илдәге иң эре инфраструктура проекты – Өфөнән көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө майҙанында үтте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рәсәй саҡыра!» инвестиция форумы сиктәрендә Радий Хәбиров һәм ВТБ банкы президенты–идара рәйесе Андрей Костин Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Башҡортостан концессия компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт араһында Өфөнө М5 федераль трассаһы менән тоташтырған төҙөлөштө финанслау тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Проект хаҡы 33,5 млрд һум. Ул 1992 йылда төҙөлә башлаған 1,2 саҡрым оҙонлоғондағы туннелде тамамлау, күпер һәм автомобиль юлын сафҡа индереүҙе күҙ уңында тота. Юлдың дөйөм оҙонлоғо 11,2 саҡырым. Объект 2024 йылға тапшырыласаҡ.  

Генераль подрядсы –  Limak төрөк компанияһы – проектты тормошҡа ашырыуға әҙерлек эштәрен башлаған. «Транспорт сәғәте» сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин тоннелдә төҙөлөш эштәрен тергеҙеүгә старт бирҙе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter