Обычный вид

Яңылыҡтар

24.01.2020 16:40:00

Рәсәйҙең монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Артемьев менән осрашыу

24 ғинуарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Артемьев менән осрашты. Яҡтар монополияға ҡаршы көйләүҙәргә бәйле актуаль һорауҙар буйынса фекер алышты.

Игорь Артемьев төбәк уңыштарын билдәләп үтте. Мәҫәлән, 2018 йыл һөҙөмтәһе буйынса республика власть органдары тарафынан монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу осраҡтары 82 процентҡа кәмегән. Дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыусы кесе һәм урта эшҡыуарҙар өлөшө 32 проценттан артҡан. 2020 йыл башына унитар предприятиелар һаны 19,09 процентҡа кәмегән.

Уҙған йылдың ноябрендә Радий Хәбиров Башҡортостанда конкуренцияны үҫтереү саралары тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Төбәк етәксеһе Башҡортостан буйынса монополияға ҡаршы идаралыҡ менән конструктив мөнәсәбәттәр ҡоролған тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта һорауҙар булыуын да һыҙыҡ аҫтына алды. Мәҫәлән, тарифтар буйынса көйләүҙәр Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт кимәлендәге ҡарарҙарҙы талап итә. Игорь Артемьев республика идаралығы менән был йәһәттән кәңәшмә үткәрергә һәм билдәләп үтелгән тема буйынса фекер алышырға саҡырҙы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter