Обычный вид

Яңылыҡтар

16.01.2020 20:15:00

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы Президиумы ултырышында ҡатнашты

16 ғинуарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары Андрей Турчак видеоконференция форматында Генераль совет Президиумының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһен бойомға ашырыу һорауҙарына арналды. Ултырышта Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы ағзаһы, фирҡәнең Башҡортостан бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡатнашты.

– «Берҙәм Рәсәй» – ул Президент партияһы. Уның Мөрәжәғәтнамәһе беҙҙең өсөн эшмәкәрлек йүнәлешен билдәләүсе документ, – тине Андрей Турчак. –  Президент тарафынан индерелгән тәҡдимдәрҙең һөҙөмтәһен һәр кем тойорға тейеш.

Ултырыш һөҙөмтәһендә оператив күрһәтмәләр исемлеге төҙөләсәк, партияның һәр бер бүлексәһе Мөрәжәғәтнамәне ғәмәлгә ашырыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр индерергә һәм уларҙың үтәлешен контролдә тоторға тейеш.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter