Обычный вид

Яңылыҡтар

17.01.2020 11:06:00

Радий Хәбиров академик Әнәс Мәхмүтовты 90 йәшлек юбилейы менән ҡотланы

17 ғинуарҙа Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумы һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ғилми советы ултырышында ҡатнашты. Сара «Башҡортостан Республикаһы иҡтисады: үткәндәр һәм киләсәк» тип исемләнгән конференция форматында үтте һәм билдәле академик, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Әнәс Мәхмүтовтың 90 йәшлек юбилейына арналды.

Төбәк етәксеһе ғалимды юбилейы менән ҡотланы һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

–       Һеҙ – республикалағы төп идарасыларҙың береһе, уңышлы педагог, шулай уҡ Башҡортостанда иҡтисад мәктәбенә нигеҙ һалыусы, ә ул иң ауыр йылдарҙа төбәгебеҙҙең иҡтисади үҫеше йүнәлешен билдәләне. Һеҙ Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын ойоштороу мәлендә күп көс һалдығыҙ, оҙаҡ йылдар ректор вазифаһын башҡарҙығыҙ. Республикала тап ошо академияла белем алмаған, йә белемен камиллаштырмаған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәре юҡтыр, моғайын, – тине Радий Хәбиров. – Шәхси рәхмәтемде һәм хөрмәтемде белдерәм. 1990-сы йылдарҙа аспирантура тамамлап бында эшкә ҡайттым, үҙемде шулай уҡ һеҙҙең уҡыусығыҙ тип иҫәпләйем. Бөгөнгәсә фән менән шөғөлләнеүегеҙ һөйөндөрә. Һеҙгә ҙур рәхмәт!

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter