Обычный вид

Яңылыҡтар

15.01.2020 15:28:00

Радий Хәбиров: «Президент ил үҫеше өсөн төбәктәр һәм губернаторҙар ролен нығытыу кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды»

15 ғинуарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен яңғыратыу тантанаһында ҡатнашты.

«Манеж» үҙәк күргәҙмәләр залында үткән сараға Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары суд етәкселәре, губернаторҙар корпусы, Рәсәй төбәктәренең закондар сығарыу палатаһы рәйестәре, традицион конфессия ойошмалары етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылғайны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына биргән интервьюһында ил Президенты тарафынан ғаиләләрҙе социаль яҡлауға йүнәлтелгән пункттарҙы айырым билдәләп үтте.

–       Мине шатландырған иң төп пункт – ул бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә дәүләт тарафынан ярайһы ҙур финанс ярҙам күрһәтеләсәге. Республикала беҙ ҙә тап ошо йүнәлештәрҙе үҙебеҙ өсөн өҫтөнлөклө тиеп билдәләп ҡуйғайныҡ. Әммә федераль ярҙам, федераль ҡаҙнанан тыш уны тормошҡа ашырыу бик ауыр булыр ине, – тине төбәк етәксеһе. – Икенсе блок шулай уҡ мөһим. Президент ил үҫеше өсөн төбәктәр һәм губернаторҙар ролен нығытыу кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды. Был Конституцияға индереләсәк үҙгәрештәр сиктәрендә лә билдәләнде. Дәүләт Советы сиктәрендә федераль структуралар менән хеҙмәттәшлектә төбәк етәкселәре роле нығына, Дәүләт Советы конституцион органға әйләнә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter