Обычный вид

Яңылыҡтар

13.01.2020 11:28:00

Башҡортостан аграрийҙары етештергән продукция күләме артҡан

2019 йылда Башҡортостан аграрийҙары етештергән продукция күләме артҡан. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе.  Ит һәм йәшелсә етештереү тәңгәлендә генә үҙтәъминәт бер аҙ түбәнерәк.

Инвестиция проекттары артыуы дөйөм алғанда 6,5 млрд һумға 2 800 берәмек техника һәм ҡорамал һатып алырға форсат биргән. Ул 162 фермер һәм кооперативтың матди-техник базаһын яҡшыртырға булышлыҡ иткән. Барлыҡҡа килгән ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй кимәлендә беренсе урынды биләй. Тормошҡа ашырылған аграр проекттар һөҙөмтәһендә республикала йәмғеһе 7 мең яңы эш урыны булдырыласаҡ.

«Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу ҙур һөҙөмтә биргән. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. 2019 йылда Башҡортостанда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереү өсөн 1,2 миллиард һум йүнәлтелде, шуның 692,8 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. Дөйөм сумманан 816,7 миллион һум торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә бүленә, 840 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар ала.

Бер йылда һигеҙ – газ, 11 һыу менән тәьмин итеү объекты, дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө, 17 саҡырым автомобиль юлы төҙөлә. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 4,7 миллиард һум йүнәлтелә, шуның 3 миллиарды – федераль бюджеттан.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter