Обычный вид

Яңылыҡтар

13.01.2020 10:36:00

Йылылыҡ өсөн өҫтәмә түләүҙәрҙең дөрөҫлөгөн белгестәр тикшерәсәк

Башҡортостан Республикаһының торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт  комитеты идарасы компаниялар һәм йәмәғәтселек менән берлектә йылылыҡ өсөн өҫтәмә түләүҙәр буйынса тикшереүҙәр үткәрә. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе.

Өҫтәмә түләүҙәрҙе 485 йортта йәшәүсе граждандар алған, өс аҙна дауамында был йорттарҙы белгестәр тикшерәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте йылылыҡ бүлеү селтәре етәкселәренә билдәләнгән хаҡтар раҫланған осраҡта граждандарға бүлеп түләү мөмкинлеге бирергә ҡушты.  

Борис Беляев һүҙҙәренсә, ҡабаттан иҫәпләү – стандарт күренеш, ул йылылыҡ өсөн түләү шарттары үҙгәреүе менән бәйле. Бынан тыш, республикала 5 535 йортта төҙәтмәләр торлаҡ хужалары файҙаһына эшләнгән, дөйөм сумма был осраҡта 1 млрд һумдан ашыу.

–     Был төҙәтмәләр ни рәүешле барлыҡҡа килә, халыҡҡа аңлатыу эше алып барырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Мөрәжәғәттәр бик күп. Сөнки граждандарға тейешле мәғлүмәт етмәй.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter