Обычный вид

Яңылыҡтар

13.01.2020 10:14:00

Радий Хәбиров 2020 йылға республика Хөкүмәте өсөн төп йүнәлештәрҙе билдәләне

Аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылға республика Хөкүмәте эше йүнәлешен билдәләне.  Төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты ҡарары менән 2020 йыл Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителеүен һыҙыҡ аҫтына алды. Шуны иҫәпкә алып, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек эшенә етди иғтибар бүлергә ҡушты. Республика ойоштороу комитеты һәм район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары байрам сараларына әҙерлекте комплекслы алып барырға тейеш.

Бынан тыш, Радий Хәбиров республика Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевҡа Башҡортостанда иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә лә эште һөҙөмтәле ойошторорға тигән күрһәтмә бирҙе.

Республика Хөкүмәте эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлеш - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын һәм күләмле милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу. Улар барыһы ла халыҡ тормошон яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота.

Республика етәксеһе шулай уҡ 2020 йылдың 18 июленән 2 августҡа тиклем Башҡортостанда донъяуи әһәмиәттәге мәҙәни сара – VI Бөтә донъя фольклориадаһы үтеүен билдәләне. Ул иң юғары кимәлдә ойошторолорға тейешлеген һыҙыҡ аҫтына алды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter