Обычный вид

Яңылыҡтар

26.12.2019 17:49:00

Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты

26 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты. Көн тәртибенә сығарылған төп һорау – ауыл хужалығы сәнәғәте һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү.

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, һуңғы осорҙа ауыл хужалығында уртаса үҫеш темпы, тотош Рәсәй иҡтисадына ҡарағанда юғарыраҡ. 2019 йылдың 11 айында ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү 4,1 процентҡа артҡан. Дөйөм һөҙөмтәгә эре холдингтар ғына түгел, фермер хужалыҡтары ла тос өлөш индерә. Әгәр 2010 йылда уларҙың өлөшө 7,2 процент тип баһаланһа, быйыл 12,9 процентҡа еткән.

 

–        Шул уҡ ваҡытта аңлап торам, тармаҡ  артабан да үҫешһен, яңы кимәлгә сыҡһын, ауыл хужалығына йәш кадрҙар килһен өсөн принципиаль мәсьәләне хәл итеү мөһим. Ул да булһа – ауылдарҙа йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреү, – тине Владимир Путин. – Беҙҙең ауыл биләмәләре социаль инфраструктура йәһәтенән һаман да артта ҡала.

 

Ултырышта ҡатнашыусылар 2015-2019 йылдарға иҫәпләнгән Ауыл биләмәләрен үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыуҙа төбәктәр өлөшөн барланы, шулай уҡ “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү”  дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу этаптарын ҡараны.

Дәүләт советы ағзалары ауыл сәнәғәте комплексы үҫеше һөҙөмтәләренә айырым иғтибар бүлде һәм тармаҡ алдында торған яңы бурыстарҙы барланы. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ауыл өсөн кадрҙар әҙерләү һәм ауыл биләмәләрен социаль һәм инженер инфраструктура менән тәьмин итеү һорауҙары буйынса фекер алышты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter