Обычный вид

Яңылыҡтар

24.12.2019 23:10:00

Башҡортостан Башлығы үткәргән тематик сәғәттәр иң яҡшы төбәк практикаһы тип танылды

Башҡортостан Башлығы үткәргән тематик сәғәттәр иң яҡшы төбәк практикаһы тип танылды һәм “Киләсәк төбәге” номинацияһында федераль премияға лайыҡ булды.

Мәскәүҙә үткән бүләкләү тантанаһында премияны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Рәсәй Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы. Беҙҙең төбәк менән бер рәттән номинанттар исемлегенә Ленинград һәм Төмән өлкәһе инде, әммә Башҡортостан ҙур айырма менән ышаныслы еңеү яуланы.

Сергей Кириенко әйтеүенсә, был конкурс уңышлы тәжрибәләр исемлеген булдырырға ярҙам итә. Уларҙы аныҡ социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланырға мөмкин.

–     Беҙ, төбәк етәкселәре, нимәлер уйлап сығарырға тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ көнәркәшле мөхиттә йәшәүебеҙҙе аңлайбыҙ. Мәҫәлән, беҙ Татарстанға, улар киреһенсә беҙҙең тәжрибәгә иғтибар итеүе билдәле. Беҙ Мәскәү өлкәһе, Мәскәү, Силәбе һәм башҡалар миҫалында өйрәнәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ә хәҙер ошо эште системаға һалыу мөмкинлеге бар. Сит ил өлгөләрендә нимәгәлер өйрәнеү кәрәкмәй, беҙҙә һәләтле кешеләр күп. Улар төбәк менән идара итеү, халыҡ тормошон яҡшыртыу ысулдарын белә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter