Обычный вид

Яңылыҡтар

23.12.2019 12:32:00

Башҡортостан Яңы йылды ҡаршылауға әҙер

Башҡортостанда 800-ҙән ашыу боҙ ҡаласығы һәм сауҙа үҙәктәре янында 100-ҙән ашыу  Яңы йыл майҙансыҡтары төҙөлгән, йәмғеһе ике меңгә яҡын шыршы биҙәлгән, 1,5 мең арт-объект урынлаштырылған. Был хаҡта аҙналыҡ орператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Борис Беляев бәйән итте.  Быйыл республикала беренсе тапҡыр пикселле шыршылар ҡуйылды, Италияла етештерелгән паннолар урынлаштырылды.

- Яңы йылға әҙерлекте юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн хакимиәт башлыҡтарына рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров. – Эштең тәүге өлөшө тормошҡа ашырылды. Мине йәмәғәт именлеге һәм янғын хәүефһеҙлеге борсой. Ошо һорауҙарға ҙур иғтибар бүлергә саҡырам.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, төбәк етәксеһе күрһәтмәһе буйынса «Яңы йыл календары - 2020» әҙерләнгән. Унда республика халҡы байрам көндәрен ҡыҙыҡлы һәм сағыу үткәрһен өсөн мәҙәни һәм күңел асыу саралары тураһында тулы мәғлүмәт тупланған.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter