Обычный вид

Яңылыҡтар

06.12.2019 17:19:00

Игорь Комаров менән Радий Хәбиров республика халҡын Ватан Геройҙары көнө менән тәбрикләне

6 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватан Геройҙары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Улар сараға саҡырылыусыларҙы байрам менән тәбрикләне, патриотик тәрбиә йүнәлешендә әүҙем эш алып барыусыларҙы билдәләп үтте. Атап әйткәндә, Башҡортостан Волга буйы федераль округында үткән «Ватан геройҙары» йәмәғәт проектында беренсе урын яуланы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter