Обычный вид

Яңылыҡтар

10.12.2019 12:58:00

Радий Хәбиров «Республика LIVE» тапшырыуын әҙерләүсе ижади төркөм менән осрашты

 70 эш сәфәре, 34 район, 16 ҡала – 2018 йылдың ноябрендә старт алған «Республика LIVE» телевизион проектын әҙерләүсе коллектив тапшырыуҙың йөҙөнсө сығарылышы алдынан Республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов әйтеүенсә, был каналдағы иң уңышлы проекттарҙың береһе.

Радий Хәбиров өсөн ижади коллектив бөтә сәфәрҙәрҙе бергә туплаған видеояҙма әҙерләгәйне.

-         Күҙ алдымдан артта ҡалған бер йыл тормош үтте, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙгә рәхмәт. Сәфәрҙәр барышында тағы ла күрешербеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter