Обычный вид

Яңылыҡтар

19.10.2019 21:35:00

Өфөлә «Мостай» документаль фильмы күрһәтелде

19 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы тантаналы кисә үтте. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Сараны Рәсәй Президентының мәҙәниәт буйынса кәңәшсеһе Владимир Толстой асты, күренекле дата уңайынан тамашасылар иғтибарына Владимир Путиндың тәбрикләүен уҡып ишеттерҙе.

Тантанала шулай уҡ  Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Ҡаҙаҡстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаевтың сәләм хаттары яңғыраны.

Кисәгә саҡырылыусылар иғтибарына Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамында «Мастерская» кинокомпанияһы төшөргән «Мостай» документаль фильмы тәҡдим ителде. Унда Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, театр һәм кино артистары ҡатнаша. Фильмдың премьераһы 12 октябрҙә Мәскәү ҡалаһында үткәйне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter