Обычный вид

Яңылыҡтар

11.10.2019 16:50:00

Радий Хәбиров һәләтле уҡыусылар менән осрашты

11 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк-ара, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеү яулаған юғары класс уҡыусылары менән осрашты.  Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары ҡатнашты.

Осрашыуға тиклем егет-ҡыҙҙар Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмын ҡараны.

Башҡортостан Башлығы уҡыусыларҙы Республика көнө менән тәбрикләне һәм уҡыуҙағы уңыштары өсөн рәхмәт белдерҙе.

–       Беҙ Башҡортостандың иң уңышлы, иң алдынғы төбәк булыуын, йәштәрҙең үҙ киләсәген тап тыуған республикалары менән бәйләүен теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ беҙҙең алтын фонд. Һеҙҙең маҡсаттар юғары. Сығарылыш синыф уҡыусыларының дүрттән бер өлөшө  Башҡортостандан ситтәге уҡыу йорттарын һайлай – Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Һамар, Новосибирск ҡалаларына китә. Беҙ был күренештең тәбиғи хәл икәнен аңлайбыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең вуздарҙы һайлауығыҙҙы теләр инем. Республика юғары уҡыу йорттарында белем биреү кимәле тағы ла сифатлыраҡ булһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.  

Төбәк етәксеһе уҡыусыларға республикала фәнни-уҡытыу үҙәге төҙөү тураһында проект ҡаралыуы тураһында хәбәр итте. Ул фән, власть, бизнесты берләштереү маҡсатын күҙ уңында тота. Бынан тыш Өфөлә 5 мең кешегә иҫәпләнгән заманса студенттар кампусы барлыҡҡа киләсәк. Был идеялар федераль кимәлдә яҡлау тапҡан һәм яҡын киләсәктә объекттарҙың проектын әҙерләү этабы башланасаҡ. Радий Хәбиров Башҡортостанда  бөгөнгө талаптарға яуап биргән яңы урта белем биреү учреждениелары, атап әйткәндә, 14 полилингваль гимназия, шулай уҡ математика һәм IT-технологиялар буйынса лицей булдырыу тураһында һөйләне.

Һәләтле балалар һәм уларҙың уҡытыусыларын матди яҡтан дәртләндереү сараларына килгәндә, берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусы уҡыусыларҙы әҙерләгән педагогтарға 60 мең һум күләмендә премия ҡаралған. Төрлө олимпиадаларҙа еңеүсе балалар өсөн премия күләмен дә арттырыу ҡарала.  

Уҡыусылар төбәк етәксеһенә үҙҙәренең уңыштары тураһында һөйләне, республика етәксеһенә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Әңгәмә һуңында Радий Хәбиров егет-ҡыҙҙарға  уңыштар, маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter