Обычный вид

Яңылыҡтар

09.10.2019 15:33:00

Башҡортостан «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә ҡатнаша

9 октябрҙә Мәскәүҙә  «Алтын көҙ» XXI  Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе асылды. Экспозиция йыл һайын Рәсәйҙең ауыл хужалығы минстрлығы тарафынан ойошторола һәм агросәнәғәт комплексы эшен яҡтыртҡан иң  әһәмиәтле сараларҙың береһе булып тора.

Күргәҙмәлә Республика Башлығы етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Эшлекле программа сиктәрендә Радий Хәбиров экспозицияны ҡарап сыҡты.

«Алтын көҙ»гә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев та килде, ул күргәҙмәне тантаналы асыу сараһында ҡатнашты, илдең иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Артабан Дмитрий Медведев Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Алексей Гордеев һәм Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән экспозицияларҙы, шул иҫәптә Башҡортостан Республикаһы әҙерләгән майҙанды ла ҡараны: республиканың инвестиция мөмкинлектәре, тармаҡтың төп йүнәлештәре һәм агросәнәғәт комплексына ҡараған эре проекттар менән танышты.

Бынан тыш стендта Башҡортостан етештереүселәре тауарҙары, улар иҫәбендә төбәк өсөн традицион һөтсөлөк һәм умартасылыҡ продукцияһы тәҡдим ителгәйне.

Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә ауыл хужалығы тармағына күрһәтелгән ярҙам саралары, кооперация йүнәлешен киңәйтеү тураһында һөйләне. 2024 йылға ауыл хужалығы кооперативтары һанын 106-нан 500-гә тиклем еткереү маҡсаты билдәләнгән. Агросәнәғәт секторын үҫтереүгә бәйле аныҡ бурыстар Башҡортостан Башлығы Указында билдәләнгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter