Обычный вид

Яңылыҡтар

07.10.2019 12:08:00

Өфөлә юл-транспорт фажиғәләре һаны кәмегән

Башҡортостанда 2019 йылдың 9 айында, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда юл-транспорт фажиғәләре 222 осраҡҡа кәмегән. Аварияла йәрәхәтләнеүселәр һаны – 6,4, һәләк булыусылар 19,7 процентҡа әҙәйгән. Был турала Республика Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.

Юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусылар һаны буйынса Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында Өфө иң түбән күрһәткестәр буйынса алдынғы позицияны биләгән. Өфө юлдарында үлем осраҡтары ике тапҡырға кәмегән.

-       Юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән урынға шунда уҡ ведомство-ара комиссия сыға һәм урында үлемесле авария сәбәптәрен асыҡлай, артабан аныҡ саралар күрелә, – тине Радий Хәбиров. – Хәүефле биләмәләргә өҫтәмә юл билдәләре ҡуйыла, юл ҡатламы төҙөкләндерелә һ.б.

Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, юл-транспорт фажиғәләре һанын кәметеүгә килтергән саралар рәтенә тағы ла юлдарҙа һәм йәйәүлеләр үткәүелендә өҫтәмә яҡтыртҡыс, светофорҙар урынлаштырыу, тиҙлек режимын теркәүсе фото- һәм видеокүҙәтеү ҡорамалдарын урынлаштырыу инә. Һөҙөмтәлә хәүефле урындарҙа юл-транспорт ваҡиғалары һаны бермә бер кәмегән.

– Берҙәм эш алып барылған урындарҙа аныҡ һөҙөмтә бар, – тине Радий Хәбиров. – Өфө ҡалаһы  – афарин. Юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү  буйынса илдә беренсе урынға сыҡты. Иң мөһиме кире тенденцияны туҡтата алдыҡ, ведомство-ара хеҙмәттәшлекте нығыттыҡ.

Республика Башлығы артабан фото-, видеокүҙәтеү системаһы материалдарын ентекле өйрәнергә, шулай уҡ Туймазыла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса күсмә кәңәшмә үткәрергә тәҡдим итте.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter