Обычный вид

Яңылыҡтар

07.10.2019 12:47:00

Радий Хәбиров бер аҙна эсендә мәктәп туҡланыуына бәйле һорауҙарҙы хәл итергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер аҙна эсендә республика район-ҡалаларында мәктәп туҡланыуына бәйле бөтә һорауҙарҙы хәл итергә ҡушты. Был хаҡта ул Республика Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Ул Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығы тарафынан үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләренә туҡталып үтте.

–      Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе эшкә аяҡ салыу тип ҡабул итергә кәрәк. Ни өсөн мәктәп туҡланыуы буйынса һаман да ялыуҙар күпләп килә тип аптырай инем. Беҙ был тармаҡтағы һорауҙарҙы хәл итергә теләйбеҙ. Әммә 15-20 районда үткән тикшереүҙәр барышында күп етешһеҙлектәр асыҡланды.

Балаларға ризыҡты етерлек күләмдә бирмәйҙәр, мөҙҙәте сыҡҡан продукттар ҡулланыу осраҡтары теркәлә.

–      Ярыҡ һауыт-һаба тураһында әлегә өндәшмәй торам. Әммә алдан уҡ иҫкәртәм – киләсәктә был мәсьәләгә лә ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ. Әлегә өлөштәрҙең бәләкәй булыуы ҙур һорауҙар тыуҙыра, – тине Радий Хәбиров. – Мәсьәләне хәл итеү өсөн хакимиәт башлыҡтарына бер аҙна ваҡыт бирәм.

Хакимиәт башлыҡтарына һәр мәктәп ашханаһын шәхсән тикшереп сығырға, мәғариф учреждениеһы директорҙарын ҡабаттан иҫкәртергә ҡушылды. Алдағы дүшәмбенән мәктәп ашханаларында йәнә тикшереүҙәр үтәсәк. Әгәр ҙә бәләкәй өлөштәр, йә мөҙҙәте сыҡҡан аҙыҡ-түлек ҡулланыу факттары булһа, урындарҙа тармаҡ өсөн яуаплы етәкселәрҙе эштән бушатыу һорауҙары күтәреләсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter