Обычный вид

Яңылыҡтар

26.09.2019 17:05:00

Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин менән осрашыу

26 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холында ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең V Кесе эшҡыуарлыҡ форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин менән осрашты.

Яҡтар уртаҡ хеҙмәттәшлек һәм эшҡыуарҙарға ярҙам сараларын камиллаштырыу тураһында фекер алышты.

–     Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палаталары араһындағы хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Башҡортостан – сәнәғәт үҫешкән төбәк һәм тармаҡты йәнләндереү өсөн беҙ күп көс һалабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙгә палата тарафынан күрһәтелгән ярҙам һәм Өфөлә үткән форумда ҡатнашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Сергей Катырин  форумды ойоштороу кимәлен юғары баһаланы. Ҡатнашыусылар һанының йылдан йыл артыуын һыҙыҡ аҫтына алды. Быны  форумда күтәрелгән һорауҙарҙың көнүҙәк, саҡырылған эксперттарҙың кимәленең юғары булыуы менән аңлатты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter