Обычный вид

Яңылыҡтар

25.09.2019 19:50:00

Евразия халыҡтары ассамблеяһы генераль секретары Андрей Бельянинов менән осрашыу

25 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Евразия халыҡтары ассамблеяһы» Халыҡ-ара союзы генераль секретары Андрей Бельянинов етәкселегендәге делегация менән осрашты. Унда Өфөлә беренсе Евразиада уйындарын үткәреү перспективалары барланды.

–       Мәскәүҙәге осрашыу барышында хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында килешкәйнек. Өфөлә милли спорт төрҙәре буйынса Евразиада уйындарын үткәреү тәүге уртаҡ проекттарыбыҙҙың береһе булыуы ихтимал, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Башҡортостанда халыҡ-ара форумдар ҡабул итергә йыйынабыҙ. 2020 йылда республикала Бөтә донъя фольклориадаһы үтә. 2021 йылда Бөтә донъя умартасылар конгресын ҡаршылаясаҡбыҙ, 2022 йылда – волейбол буйынса донъя чемпионаты. Әгәр ҙә уртаҡ фекергә килә алһаҡ, 2022 йылда Башҡортостанда – Евразияның йөрәгендә – Евразия уйындарын да ҡабул итергә әҙербеҙ. Республикала йәшәүсе халыҡтарҙың күп төрлөлөгөн һыҙыҡ аҫтына алам. Евразиада уйындары беҙҙең өсөн этно-мәҙәни, спорт үҙәге булыуға ынтылыш. Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ.

–       Бөгөн беҙ Өфөнөң спорт объекттарында булдыҡ һәм юғары кимәлдәге спорт ярыштарын ҡабул итеү мөмкинлектәрен күреп һоҡландыҡ, – тине Андрей Бельянинов. – Мин Евразия үҫеш банкын да етәкләгәс, Башҡортостандағы спорт һәм инфраструктура объекттарын финанслау һорауҙарын да ҡарап уҙырға тәҡдим итәм.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter