Обычный вид

Яңылыҡтар

24.09.2019 20:14:00

Радий Хәбиров Фольклориаданы әҙерләп үткәреү буйынса федераль ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнашты

24 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә VI Бөтә донъя фольклориадаһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса федераль ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнашты. Халыҡ-ара фестиваль 2020 йылдың 18 июленән 1 августҡа тиклем Башҡортостанда үтәсәк.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец ултырышты асып, 2017 йылдың 1 июнендә ил Президенты Владимир Путин тарафынан VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын һыҙыҡ аҫтына алды.

2018 йылдың 6 февралендә Фольклориаданы әҙерләп үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырыу тураһында Рәсәй Хөкүмәте ҡарары сыға.

–       Был сара алтынсы тапҡыр ойошторола. Беҙгә төрлө дәүләттәрҙән ижади коллективтар киләсәк. Фестивалде иң юғары кимәлдә үткәреү бурысы тора, – тине Ольга Голодец.

Радий Хәбиров үҙ сығышында сараға әҙерлек, донъяның 100 иленән 3000-дән ашыу ҡатнашыусы көтөлөүе тураһында бәйән итте. Әлегә 85 дәүләт фольклор фестивалендә ҡатнашыуҙарын раҫлаған. Халыҡ-ара сара үткән мәлдә Башҡортостанға 2,5 млн самаһы турист килер тип көтөлә.

–       Фольклориада программаһы бары тик Өфө менән генә сикләнмәй, тотош республика йәлеп ителәсәк. Бөгөнгә артистар сығыш яһаясаҡ майҙансыҡтар, фестивалдә ҡатнашыусыларҙың йәшәү һәм туҡланыу урындары билдәләнгән, – тине Радий Хәбиров. – Алда беҙҙе ҙур эш көтә. Күмәк көс менән Бөтә донъя мәҙәниәт форумын иң юғары кимәлдә үткәрә алырбыҙ тип ышанам.

Белешмә:

Бөтә донъя фольклориадаһы Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет (CIOFF) саралары рәтендә дүрт йыл һайын ойошторола. Ғәҙәттә унда донъяның 60-80 дәүләтенән өс мең самаһы артист ҡатнаша.

Тәүге Фольклориада 1996 йылда Нидерландтарҙа, артабан Япония, Венгрия, Көньяҡ Корея һәм Мексикала үтә.

2020 йылдағы Фольклориаданы Өфө ҡалаһы ҡабул итәсәге тураһындағы ҡарар 2015 йылда Перула үткән CIOFF-тың 45-се Бөтә донъя конгресында ҡабул ителә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter