Обычный вид

Яңылыҡтар

23.09.2019 11:46:00

Радий Хәбиров 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын билдәләгән указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса стратегик йүнәлештәрҙе билдәләгән указға ҡул ҡуйҙы.

Документ халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү һәм уңайлы эш һәм йәшәү шарттарын тыуҙырыуҙы, милли байлыҡты арттырыу һәм төбәкте конкурентлы кимәлгә сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. 

Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2024 йылға тиклем билдәләнгән маҡсатҡа ярашлы түбәндәге  һөҙөмтәләргә ирешергә тейеш:

–       Республика биләмәһендә даими йәшәүселәр һаны 4 млн 100  мең кешегә етергә тейеш;

–       Тулайым төбәк продукты күләме 2 трлн һумға етергә тейеш;

–       Республика ҡаҙнаһын тулыландырыусы һалым һәм һалымға ҡарамаған керем күләме йыл һайын 10 процентҡа артырға тейеш;

–       Республика  түбәндәге биш төп күрһәткес – кеше потенциалы үҫеше, йәшәү кимәлен яҡшыртыу, тотороҡло иҡтисади үҫеште тәьмин итеү, инвестициялар йәлеп итеү һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, төбәк инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса лидер төбәктәр исемлегенә инергә тейеш.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter