Обычный вид

Яңылыҡтар

22.09.2019 19:39:00

Радий Хәбиров «Һеңлекәш» фильмы премьераһына барҙы

22 сентябрҙә Өфөлә Республика Башлығы Радий Хәбиров «Һеңлекәш» фильмы премьераһына барҙы. Яңы фильм тамашасылар иғтибарына «Башкортостан» концерт залында тәҡдим ителде.

Нәфис фильм Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы, Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы тарафынан төшөрөлдө. Фильмдың дистрибьютеры булараҡ Walt Disney Studios ойошмаһының Рәсәй бүлексәһе сығыш яһай. Кинокартина прокатҡа 19 сентябрҙә сыҡты. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Фильмдың премьераһында ижади коллектив – режиссёр Александр Галибин, сценарий авторы Айҙар Аҡманов, төп ролдәрҙе башҡарыусылар, шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы һәм фильмдың продюсеры Тимербулат Кәримов ҡатнашты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter