Обычный вид

Яңылыҡтар

11.09.2019 12:35:00

Өфө буйлап эш сәфәре

Киләһе йылдан республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә Башҡортостан Башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был хаҡта бөгөн Өфө буйлап эш сәфәре барышында белдерҙе.

–      Беҙ битараф булмаған, актив ҡарашлы граждандарға йорт алдарын тәртипкә килтереү өсөн тағы ла бер мөмкинлек бирергә теләйбеҙ. Киләһе йылдан һәр бер муниципаль берәмектә Республика Башлығы ихатаһы барлыҡҡа киләсәк. Өфөлә шунда һигеҙ ихата булыр тип күҙаллана. Улар барыһы ла төҙөкләндереү буйынса башҡа программаларға эләкмәгән биләмәләр булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Бер ихатаға 5 млн һум самаһы аҡса бүлеү ҡарала. Әгәр ҙә ихата ҙур икән – унда балалар майҙансығы урынлаштырырға була. Әгәр ҙә һүҙ артыҡ ҙур булмаған биләмә хаҡында бара икән, тимәк уны тулыһынса төҙөкләндерергә мөмкин буласаҡ.

Ихаталарҙы тауыш биреү юлы менән халыҡ үҙе һайлаясаҡ, артабан ғариза Республика Башлығына ебәрелә.

Радий Хәбиров эш сәфәре барышында башҡаланың Ленин урамы, Октябрь проспекты һәм Сипайлово биҫтәһенең Гагарин урамдарында «Башҡорт ихатаһы» һәм «Подъездарҙы комплекслы ремонтлау» программалары буйынса алып барылған эштәр менән танышты, халыҡ менән аралашты.

–      Беҙ киләһе йылға пландар буйынса фекер алыша башланыҡ. Шул уҡ ваҡытта финанслау күләмен арттырыу мөмкинлектәре тураһында ла һүҙ бара. Граждандар был программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгәнен белергә тейеш. Йәғни, быйыл программаға эләкмәгән йорттар, артабан төҙөкләндереләсәк, – тине Радий Хәбиров. – Әлегә беҙ төҙөкләндереүҙең заманса алымдарын үҙләштерәбеҙ, сифатлы ремонт эшләргә өйрәнәбеҙ. Иң мөһиме – комплекслы ҡараш һаҡлау. Сифатҡа килгәндә, мин алдан уҡ иҫкәрттем  – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡабул итмәйенсә тороп, атҡарылған хеҙмәт өсөн аҡса күсерелмәйәсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter