Обычный вид

Яңылыҡтар

08.09.2019 11:35:00

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы һайлауҙарында ҡатнашты

8 сентябрҙә Өфөлә Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы һайлауҙарында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе тормош иптәше менән «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

 

Стенограмма:

КОРР.: Радий Фәрит улы, һайлау участкаһына ниндәй кәйеф менән килдегеҙ? Һайлау кампанияһы барышын нисек баһалайһығыҙ?

Р. ХӘБИРОВ: Был бик яуаплы көн. Шуға минең кәйефем байрамса тип әйтә алмайым. Беҙҙең өсөн был яуаплы ҙур эш. Беҙгә һайлауҙарҙы лайыҡлы кимәлдә ойоштороу мөһим. Беҙҙә 8 мең ауыл хакимиәте биләмәләре депутаттары һәм Республика Башлығы һайлана. Быға беҙ етди һәм яуаплы ҡарайбыҙ.

Алдыбыҙға ҡуйған төп маҡсат – һайлау кампанияһының дөрөҫ, асыҡ, ҡануниәткә ярашлы үтеүен тәъмин итеү. Был йәһәттән эште ойоштора алдыҡ тип уйлайым. Ә һайлауҙарҙың һөҙөмтәһен бөгөн төндә беләсәкбеҙ.

КОРР.: Ни өсөн һеҙ тап ошо һайлау участкаһында тауыш бирәһегеҙ?

Р. ХӘБИРОВ: Сөнки мин тап ошонда теркәлгәнмен һәм йәшәйем, был минең һайлау участкаһы. 

 КОРР.: Һайлау һөҙөмтәһе нисек булыр тип тулҡынланаһығыҙмы?

Р. ХӘБИРОВ: Әлбиттә, тулҡынланам. Был тәбиғи. Мин һәр ваҡыт халыҡ фекере менән шаярырға ярамай тип әйтә киләм. Быға бик яуаплы ҡарарға кәрәк. Беҙ анализлап барабыҙ. Әлегә халыҡтың әүҙемлеге күҙәтелә һәм халыҡтың кәйефе байрамса.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter