Обычный вид

Яңылыҡтар

08.09.2019 23:55:00

Радий Хәбиров: Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» өҫтөнлөклө еңеү яуланы

8 сентябрҙә «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе Рәйесе, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция режимында төбәктәр менән селектор кәңәшмә үткәрҙе. Ул Берҙәм тауыш биреү көнө һөҙөмтәләренә арналды. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Дмитрий Медведев билдәләүенсә, был көндә илдең 85 субъектында һайлауҙар үтте, тәүге һөҙөмтәләргә ҡарағанда «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе алдынғы позицияһын юғалтмай һәм илдең төп сәйәси көсө булып ҡала.  

–      «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе өсөн тауыш биреүселәргә ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Һеҙҙең ышаныс, әлбиттә, киләсәктә бары дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн нигеҙ, – тине Премьер-министр. – Һайлау процессында байтаҡ ҡына йәштәр ҡатнашты. Тимәк, беҙҙең партия составы яңыра, йәшәрә.

Радий Хәбиров Башҡортостанда үткән һайлау һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Төбәктә Республика Башлығын һәм ауыл биләмәһе депутаттарын һайланылар.

–      Әлеге мәлгә халыҡтың әүҙемлеге 70 процент тип баһалана. Тимәк, 2,1 млн кеше һайлауға килгән. Бындай һөҙөмтә беҙҙе һөйөндөрә, – тине төбәк етәксеһе. – Экзитпол мәғлүмәттәре буйынса, ауыл биләмәһе депуттарын һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» лидерлыҡ позицияһында. Шуға ла беҙ киләсәккә тулы ышаныс менән ҡарайбыҙ һәм төп һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дмитрий Медведевҡа рәхмәт белдерҙе һәм сентябрь аҙағында Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС дәүләттәре төбәктәренең V Кесе эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашырға саҡырҙы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter