Обычный вид

Яңылыҡтар

23.08.2019 17:41:00

Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса милли ассоциация идара рәйесе Иван Цецерский менән осрашыу

23 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса милли ассоциация идара рәйесе, Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса Рәсәй Президенты эргәһендәге Совет ағзаһы Иван Цецерский менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты.

Яҡтар урындағы үҙидараны, биләмәләрҙе үҫтереү һәм урындарҙағы башланғыстарҙы хуплау буйынса һорауҙар буйынса фекер алышты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter