Обычный вид

Яңылыҡтар

14.08.2019 17:13:00

«Рәсәйҙең «Чернобыль» союзы» президенты Вячеслав Гришин менән осрашыу

14 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Рәсәйҙең «Чернобыль» союзы» йәмәғәт ойошмаһы президенты Вячеслав Гришин менән осрашты. Яҡтар Чернобыль фажиғәһе һәм башҡа радиация авариялары эҙемтәләрен бөтөрүҙә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеү тураһында фекер алышты.  Бөгөн республикала ошо категорияға ҡараған 2,5 мең кеше йәшәй.

Вячеслав Гришин Чернобыль АЭС аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына медицина ярҙамы күрһәтеү һорауҙарына арналған түңәрәк өҫтәл һөҙөмтләре тураһында бәйән итте. Фекер алышыу Өфөлә үтте. Бынан тыш Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль фажиғәһе геройҙарына арнап бөгөн асылған һәйкәлгә бәйле тәъҫораттары менән уртаҡлашты.

-       Чернобыль геройҙары алдында баш эйәм, улар үҙ һаулығын, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып донъяны глобаль фажиғәнән ҡотҡарыу эшенда ҡатнашты, – тине Радий Хәбиров.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter