Обычный вид

Яңылыҡтар

04.08.2019 19:40:00

Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер менән осрашыу

4 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Силәбе өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Текслер менән осрашты. Формаль булмаған шарттарҙа яҡтар социаль-иҡтисади, милли-мәҙәни өлкәләрҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, сәнәғәт һәм туризм йүнәлешендә утртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында фекер алышты.

-          Силәбе өлкәһе – ул беҙҙең ут күрше. Уңышлы үҫешеүсе төбәк. Унда 150 меңдән ашыу башҡорт йәшәй, уларҙың үҙҙәрен яҡшы тойоуҙары, милли мәҙәниәт үҫешеүе, милләттәштәребеҙгә туған телде өйрәнеү өсөн шарттар булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Алексей Леонидович менән бөтә йүнәлештәр буйынса үҙ-ара ярҙам буласаҡ тип килештек. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан матди һәм методик ярҙамды мотлаҡ көсәйтәсәкбеҙ.

-          Мин Башҡортостан тураһында һөйләгәндә һәр ваҡыт айырым тулҡынланыу кисерәм. Рәсәйҙең энергетика министры урынбаҫары, «Башнефть»тең директорҙар советы рәйесе булғанда ла бында йыш ҡына килә инем, шуға республика тураһында ишетеп кенә беләм тип әйтмәҫ инем, – тине Алексей Текслер. – Беҙҙең төбәктәрҙе етди иҡтисади, мәҙәни бәйләнештәр берләштерә. Шул уҡ ваҡытта ынтылаһы үрҙәр, шуға билдәләгән уртаҡ пландар ҙа бар. Беҙҙең өлкә бик ҙур, күп милләтле. Тәбиғи, башҡорттар мөһим урын алып тора. Һис һүҙһеҙ, беҙ артабан да уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.

Төбәк етәкселәре ғәмәлдәге килешеү нигеҙендә тауар әйләнеше, сәнәғәт һәм туристик потенциалды үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеү тураһында һүҙ ҡуйышты.

Радий Хәбиров менән Алексей Текслер Салауат Юлаев һәйкәле янында булды, республика халҡы менән аралашты. Улар рәтендә күптән түгел Силәбе өлкәһенән Башҡортостанға күсеп ҡайтҡан йәш ғаилә лә бар ине. Улар, күсеүебеҙгә ҡарамаҫтан Силәбе өлкәһендәге  яңылыҡтарҙы күҙәтеп барабыҙ тинеләр һәм Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорттарға айырым иғтибар бүлгәндәре өсөн төбәк етәксеһенә рәхмәт белдерҙеләр.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter