Обычный вид

Яңылыҡтар

24.07.2019 13:56:00

Владимир Путин фехтование буйынса Рәсәй йыйылма конмандаһын донъя чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин фехтование буйынса Рәсәй йыйылма конмандаһын донъя чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы. Команда составында Өфө рапирасылары Анастасия Иванова, Аделина Заһиҙуллина, Ирина Дериглазова һәм Лариса Коробейникова бар.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменә ебәрелгән телеграмма:

 

 «Хөрмәтле Инна Васильевна, Аделина Рөстәмовна, Анастасия Андреевна, Лариса Викторовна!

Һеҙҙе ысын күңелдән еңеүегеҙ менән ҡотлайым!

Һеҙ 2019 йылғы донъя чемпионатында беҙҙең йыйылма команда уңышын арттырҙығыҙ, Рәсәй спортының юғары ҡаҙаныштар тарихына сағыу бит өҫтәнегеҙ, үҙегеҙҙе ныҡ, берҙәм, әҙерлекле команда итеп күрһәттегеҙ.

Әлбиттә, һеҙҙең остаздарҙың, ҙур маҡсатҡа илткән юлда һеҙгә ярҙам итеүселәрҙең оло хеҙмәтен айырым билдәләп үтәм.

Һеҙгә яңы үрҙәр һәм изге теләктәремде еткерәм».

Фехтование буйынса донъя чемпионаты 15 – 23 июлдә Будапешт ҡалаһында (Венгрия) үтте. Сирек финалда Рәсәй спортсылары Көньяҡ Корея командаһын 33:25 иҫәбе менән үтте, ярым финалда Америка спортсыларынан көслөрәк булып сыҡты – 45:36. Италия йыйылма командаһы менән финал осрашыу көсөргәнешле шарттарҙа үтте. Уйын тамамланыуға бер-нисә секунд ҡалғанда беҙҙекеләр 43:42 иҫәбе менән еңеү яуланы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter