Обычный вид

Яңылыҡтар

22.07.2019 12:07:00

Башҡортостанда яңы индустриаль парктар барлыҡҡа киләсәк

Яҡын киләсәктә Башҡортостанда яңы индустраиль парктар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Фәрит Ғилманов хәбәр итте.

Бөгөн республикала 11 индустриаль парк теркәлгән, уларҙың етәүһендә генә эшмәкәрлек алып бара. Министр урынбаҫары быға аңлатма бирҙе. Эре инвесторҙар  үҙ проекттарын, башлыса, йылдам үҫеш биләмәһенә ҡараған ҡалаларҙа тормошҡа ашырырға теләй. Сәбәге – һалым буйынсак ташламалар һәм таможня өҫтөнлөктәре.

Ошоларҙы иҫәпкә алып Благовещенск, Күмертау, Белорет, Бәләбәй ҡалалары, Стәрлетамаҡ һәм Салауат райондарында индустриаль парктар төҙөү ихтыяжы өйрәнелгән.

Күмертау, Бәләбәй һәм Белорет ҡалаларында индустраиаль парктар төҙөү өсөн ер биләмәләре бүленгән. Бөгөн парк концепцияһы төҙөлә, идарасы компания туплана, проект-смета документтары әҙерләнә.

Салауат районында агросәнәғәт паркы өсөн ер бүленгән. Унда ауыл хужалығы тауарҙарын күмәртәләп таратыу үҙәге асыу планлаштырыла.

Бынан тыш,  «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын хуплау »  милли проекты сиктәрендә   федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итеү маҡсатында Рәсәйҙең иҡтисад министрлығы иғлан иткән конкурста ҡатнашыу өсөн ете ғариза ебәрелә. Бөгөн беренсе этапты үтеп, өс проект федераль ярҙамға дәғүә итә.

Республика етәксеһе фекеренсә Башҡортостан биләмәһендә индустриаль парктар селтәрен киңәйтеү зарур.

–       Ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә беҙ ҙур эштәр атҡарҙыҡ һәм иҡтисадты алға әйҙәү йәһәтенән индустриаль парктарҙың әһәмиәтен аңланыҡ. Шуға ла был эште дауам итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter