Обычный вид

Яңылыҡтар

22.07.2019 11:34:00

Башҡортостан хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн 112, 5 млн һум күләмендә ардеслы ярҙам аласаҡ

Башҡортостан төбәк предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн федераль бюджеттан 112, 5 млн һум күләмендә ардеслы ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Иҡтисади үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Лилиә Мәзитова белдерҙе.

Аҡсалар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәжғүллек» милли проекты сиктәрендә бүленә. 2024 йылға республика предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген 30 процентҡа арттырыу бурысы ҡуйыла. Маҡсатлы һандарға ирешеү өсөн  был проектҡа сиктәрендә республиканың 196 предприятиеһын йәлеп итеү фарыз, шуларҙың 50-һен быйылдан уҡ.

Бөгөнгә милли проектта республиканан 28 ойошма ҡатнаша. Һаҡсыл етештереүсәнлек принцибы индерелгән предприятиеларҙа тауар етештереү күләме артҡан, кәмселектәр кәмегән, хеҙмәт етештереүсәнлеге яҡшырған.

–        Хеҙмәт етештереүсәнлеге тураһында һүҙ алғанда, күптәр байтаҡҡа күберәк эшләтә башлаясаҡтар, артабан ҡыҫҡартыуҙар көтөлә тип уйлай, – тине Радий Хәбиров. – Ә уның төп маҡсаты – кешеләрҙе кәрәкмәгән эште башҡарыуҙан азат итеү. Был ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Берәү ҙә бер кемде лә ҡыҫҡартмай, ә предприятие бары тик үҫешәсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter