Обычный вид

Яңылыҡтар

22.07.2019 10:39:00

Республика Хөкүмәтендә яңы төҙөлгән һәм реконструкцияланған мәктәптәрҙең уҡыу йылына әҙерлек кимәле барланды

22 июлдә Республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мәғариф учреждениеларын төҙөү һәм төҙөкләндереү тураһында фекер алышынды.

Башҡортостандың төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин белдереүенсә, Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 2019 йылда 10 161 урынға иҫәпләнгән 21 мәктәп һәм 4 506 уҡыусыға иҫәпләнгән күп функциялы мәғариф үҙәгә төҙөлә.

Яңы уҡыу йылы алдынан төҙөүселәр бөтә көстө объекттарҙы ваҡытына өлгөртөүгә йүнәлтә. Баҡалы районындағы төҙөлөштәге тотҡарлыҡтар подрядсы ойошма тарафынан күрһәтелгән һүлпәнлеккә бәйле тип баһалана. Бөгөнгә өҫтәмә эшсе көстәр һәм техника йәлеп ителгән, төҙөлөштө ваҡытында тамамлар өсөн ентекле график төҙөлгән, эш барышын күҙәтеү өсөн көндәлек контроль ойошторолған.

–        Мәктәп 1 сентябргә әҙер буласаҡмы? – тип һораны Радий Хәбиров.

–        Эйе, өлгөртәбеҙ. 25 августҡа Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетынан мәктәпте асыу өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары аласаҡбыҙ, – тип ышандырҙы Марат Әхмәҙуллин.

Туймазы ҡалаһының 5-се һанлы урта мәктәбен реконструкциялауға бәйле хәл күпкә ҡатмарлыраҡ. 1950 йылда төҙөлгән бинаның нигеҙен, төп стеналарын нығытыу талап ителә. Шуға ла объектты тапшырыу яңы уҡыу йылының 3-сө сирегенә күсерелә. Шуғаса уҡыусылар белем алыуҙы элекке авиация техникумы бинаһында дауам итәсәк.

Шулай уҡ әлеге ваҡытта Өфөнөң «Яркий» микрорайонында яңы мәктәп төҙөлә һәм 44-се һанлы урта белем биреү учреждениеһында реконструкция эштәре дауам итә.

–        Бөтә район-ҡала етәкселәренә үтенесем – яңы уҡыу йылына тейешле кимәлдә әҙерләнергә: мәктәптәрҙең тирә-яғын тәртипкә килтерергә, юлдарҙа билдәләр, кәрәкле урындарҙа светофорҙар булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter