Обычный вид

Яңылыҡтар

18.07.2019 17:17:00

Радий Хәбиров Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән тәбрикләне

18 июлдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика таможня хеҙмәте ойошторолоуҙың 30 йыллығы уңайынан ойошторолған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Сара «Торатау» конгресс-холында үтте. Төбәк етәксеһе Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын иҫтәлекле дата менән тәрбрикләне һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

Байрам сараһында Федераль таможня хеҙмәте етәксеһе Владимир Булавин да ҡатнашты.

–       Башҡортостан таможня хеҙмәте тарихын үҙенең 100 йыллығын билдәләгән республика йылъяҙмаһынан айырып ҡарап булмай, – тине Владимир Булавин. – Башҡортостандың йылдам үҫешендә, экспорт потенциалы ҡеүәтендә, бында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырылыуында, сәнәғәт, иҡтисад, ауыл хужалығы, фән, мәҙәниәт, медицина үҫешендә республика таможня хеҙмәткәрҙәренең дә өлөшө ҙур.

–       Таможня органдары хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Һеҙгә мәғлүм, Башҡортостан Республикаһы иҡтисады үҫешен шулай ҡорҙоҡ – башҡа дәүләттәр менән хеҙмәттәшлек итер, инвестициялар йәлеп итер өсөн бөтә ҡапҡаларҙы ла астыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә, был йәһәттән таможня хеҙмәте үтә лә мөһим роль уйнай.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter