Обычный вид

Яңылыҡтар

15.07.2019 13:15:00

Таиланд короллеге бизнес-делегацияһы менән осрашыу

15 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мом Луанг Раджадарасри Джаянкура ғәли йәнәптәре етәкселегендәге Таиланд короллеге эшлекле даирәләре менән осрашты.

Осрашыу башында Радий Хәбиров Тайландтың йәш спортсыларын тәбрикләне, улар Башҡортостанда үткән LIII Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында лайыҡлы сығыш яһаны. Бангкок командаһы 27 миҙал яулап, ярышта ҡатнашыусы ҡалалар араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан менән Таиланд араһында тауар әйләнеше 2018 йылда өс тапҡырға артҡан һәм 7,4 млн долларға еткән, әммә был күләмде артабан да арттырыу талап ителә.

Осрашыу барышында нефть-газ сәнәғәте тармағы, төҙөлөш, ҡала мөхитен һәм мәғариф йүнәлешен цифровизациялау буйынса яңы проекттар тәҡдим ителде.

–     Был проекттар беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм берҙәм эш башларға әҙербеҙ. Атап әйткәндә, спорт йүнәлешле халыҡ-ара мәктәп асыу идеяһын хуплайбыҙ, беҙҙең вуздар яңы белем биреү технологияларын үҙләштерергә әҙер, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ «Аҡыллы ҡала» һәм ер өҫтө метроһы проектын өйрәнергә теләйбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter