Обычный вид

Яңылыҡтар

11.07.2019 13:25:00

Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Алёшин менән осрашыу

11 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Алёшин менән осрашты. Яҡтар төбәк баҙары, атап әйткәндә спиртлы продукцияның законһыҙ әйләнеше тураһында фекер алышты.

Ведомство баһаһы буйынса, 2019 йылда Башҡортостанда алкоголь продукцияһын һатыу буйынса контроль көсәйтелгән. Шуға ла республика тап ошо күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡҡан. 2019 йылдың беренсе кварталында ғына дөйөм алғанда 250 мең литр контрафакт эсемлек тартып алынған. Был төбәк етәксеһе тарафынан суррогат эсемлектәрҙе һатыуға ҡаршы күрелгән ҡәтғи саралар һөҙөмтәһе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter