Обычный вид

Яңылыҡтар

10.07.2019 15:12:00

Халыҡ-ара балалар уйындарының почётлы ҡунаҡтары менән осрашыу

10 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә башланасаҡ LIII Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарының почётлы ҡунаҡтары менән осрашты. Сарала Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов һәм Олимпия уйындары чемпиондары – Дәүләт Думаһы депутаты Александр Карелин, Рәсәйҙең Олимпия комитеты секретары Анастасия Давыдова, Спорт  көрәше федерацияһы Президенты Михаил Мамиашвили һәм Рәсәйҙең Олимпия комитеты башҡарма комитеты ағзаһы Александр Попов ҡатнашты.

–       Бөгөн Өфөлә LIII Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары башлана. Беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашырға килгәнегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ, – тине Радий Хәбиров. –Донъяның 29 дәүләтенән 84 ҡала командаһы килде. Бөгөн Өфө – Халыҡ-ара балалар спорты башҡалаһы. Йәш ҡатнашыусылар өсөн һеҙҙең кеүек билдәле спортсылар менән осрашыу бик мөһим.

Төбәк етәксеһе ҡунаҡтарға артабан Башҡортостанда үтәсәк әһәмиәтле спорт саралары тураһында бәйән итте. 2021 йылда Өфө ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә. 2022 йылда волейбол буйынса донъя чемпионаты этабы үтәсәк. Бынан тыш республика 2021 йылда грек-рим көрәше, ирекле алыш һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса донъя беренселеген ҡабул итергә теләгән дәғүәселәр рәтендә. Шулай уҡ милли спорт төрҙәре буйынса «Евразиада»  уйындарын үткәреү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.

Төбәктә спорт инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Атап әйткәндә, волейбол һәм көрәш һарайҙары төҙөү күҙаллана.

–       Республикала халыҡ-ара әһәмиәттәге ваҡиғалар үтеүе беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Сөнки ошондай ҙур сараларҙан һуң спорт секцияларына балалар күпләп килә.

–       Ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Һеҙҙең менән бығаса бик күп саралар ойошторҙоҡ, – тине Сергей Косилов. – Уларҙың һәр береһе иң юғары кимәлдә үтте, шуға һәр саҡ һеҙҙең республикаға килге килеп тора.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республика етәксеһенә ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт белдерҙе, төбәктә спортты үҫтереүгә бүленгән ҙур иғтибарҙы айырым баһалап, Халыҡ-ара балалар уйындарының юғары кимәлдә үтәсәгенә тулы ышаныстарын белдерҙе.  

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter