Обычный вид

Яңылыҡтар

02.07.2019 17:31:00

Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Совет президиумы ултырышы

 2 июлдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Совет президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция форматында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев алып барҙы.

Ултырыш барышында ил субъекттарында милли проекттарҙың үтәлеше барланды.

Премьер-министр билдәләүенсә, 12 милли проект һәм инфраструктураны яңыртыу буйынса комплекслы планды тормошҡа ашырыу өсөн ярайҙы ҙур сумма ҡаралған. Атап әйткәндә, 2019 йылға – 1,7 трлн һум бүленгән. Был аҡсаны төбәктәр ала башлаған да инде.

Атҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға электрон бюджет системаһы ярҙам итә.

–       Был система ярҙамында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса алып барылған эштәр асыҡтан-асыҡ күренә. Ведомстволарға мөмкин тиклем тиҙерәк системаға инергә кәрәк. Ул төбәктәрҙә административ йөкләмәне, ҡағыҙ документтар әйләнешен кәметә. Әгәр ҙә мәғлүмәт электрон системала бер тапҡыр теркәлгән икән, тимәк төрлө инстанцияларға ҡат-ҡат запрос яҙыуҙан ҡотҡара, – тине Дмитрий Медведев. – Федераль үҙәк менән төбәктәр араһындағы бөтә килешеүҙәр ошо системаға индерелгән. Әле бер ни тиклем техник ҡытыршылыҡтар бар. Әммә улар яҡын арала юҡҡа сығарыласаҡ. Артабан мониторинг системаһы эшләй башлаясаҡ.

Бөгөн Милли проект сиктәрендә Башҡортостанда 58 төбәк проекты тормошҡа ашырыла. 2019-2024 йылдарға бүленгән сумманың дөйөм күләме 172,5 млрд һум, уларҙың 80,4 млрд һумы – федераль ҡаҙнанан ҡаралған.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter