Обычный вид

Яңылыҡтар

29.06.2019 16:20:00

Радий Хәбиров юл-ихаталарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау эштәрен баһаланы

29 июндә Өфөлә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала урамдары һәм ихаталарында алып барылған соҡорҙарҙы ремонтлау барышы менән танышты.

Әлеге ваҡытта юлдарҙағы етешһеҙлектәр тураһындағы мәғлүмәт «Юл эксперты» системаһында, шулай уҡ муниципаль берәмек белгестәре тарафынан ихаталарҙы ҡарап сығыу һөҙөмтәһендә  формалаша. Республика Хөкүмәтенә даими рәүештә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса алып барылған эштәр тураһында отчет ебәрелә, ә социаль селтәрҙәр аша эштәрҙең һүлпән атҡарылыуына дәғүәләр килә.  

Радий Хәбиров Яр буйы, Королёв, Жуков һәм Комсомольский  урамдарын ҡараны. Тап ошо урамдарҙан иң күп мөрәжәғәттәр ҡабул ителгән, әммә бында ремонт эштәре атҡарлмаған булып сыҡты. «Юл эксперты» системаһының мобиль ҡушымтаһында иһә был соҡорҙар ремонтланған тигән билдә тора.

–       Әгәр ҙә был программа етешһеҙлеге икән – бер тарих. Эште еренә еткереп үтәмәү һөҙөмтәһендә тыуған хәл, әммә уны төҙәтеп була. Әгәр ҙә икенсе яҡтан ҡараһаҡ – енәйәти эш. Ремонт тураһында отчёт бар икән, уның өсөн сығымдар түгелгәнме? Быны асыҡлаясаҡбыҙ, кәрәк булһа прокуратураға мөрәжәғәт итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Бынан тыш төбәк етәксеһе ихата, урамдарҙа сүп-сар күп булыуға, газондарға автомобилдәр ҡуйылыуына иғтибар итте. Өҫтәмә парковка урындары булдырыу кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter