Обычный вид

Яңылыҡтар

14.06.2019 12:21:00

Радий Хәбиров: «Социаль селтәрҙәр аҙымдарыбыҙҙың дөрөҫмө, юҡмы икәнен асыҡларға ярҙам итә»

14 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Digital Ҡоролтайҙа" конференцияһы сиктәрендә үткән  «Цифралы революция: бизнес, сәйәсәт, медиа» тип исемләнгән панель дискуссияла ҡатнашты.  

Төбәк етәксеһе интернет, социаль селтәрҙәргә ҡарата үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты, социаль селтәррҙәргә утилитар ҡарашта булыуын, заманса файҙалы инструмент итеп ҡабул итеүен белдерҙе.

–       Дәүләт өсөн социаль селтәрҙәр партнёр, ул ҡараштарҙы аңларға ярҙам итә. Хәҙер беҙ был тәңгәлдә аҡты ҡаранан, ысынды буштан айырырға өйрәндек. Социаль селтәрҙәр беҙҙең аҙымдарҙың дөрөҫмө юҡмы икәнен айырырға ярҙам итә, – тине Радий Хәбиров һәм миҫал өсөн ял көнө алдынан иҫкәртеүһеҙ төҙөкләндерелә башланған Өфө – Аэропорт юлын килтерҙе.

Радий Хәбиров шулай уҡ дискуссияла ҡатнашыусыларҙың ҡайһы бер фекерҙәре менән килешмәне. Мәҫәлән, хәҙер төп фекер-ҡараштар бары тик интернет селтәрендә  формалаша тигәнде инҡар итте.

–       Был бары тик бер генә сегмент һәм власть был йәһәттән монополияны юғалта тип иҫәпләү берҡатлылыҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Мәғлүмәт меңәрләгән халыҡ, йәмәғәт институттары, сәйәси партиялар тарафынан формалаша. Шуға ла мәғлүмәт һәм идеология йәһәтенән әлегә төп уйынса – ул дәүләт.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter