Обычный вид

Яңылыҡтар

13.06.2019 12:57:00

Радий Хәбиров йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә арналған «Сәләмәтлек сәғәте» үткәрҙе

13 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Сәләмәтлек сәғәтен» күсмә форматта үткәрҙе. Ултырыш Республика кардиология үҙәгендә үтте һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен профилактикалау мәсьәләләренә арналды.

Кәңәшмә алдынан төбәк етәксеһе үҙәк менән танышты. Диагностика, хирургия, анестезиология һәм реанимация бүлектәрен ҡараны, палаталарҙа булып пациенттар өсөн тыуҙырылған шарттарҙы баһаланы. Радий Хәбиров шулай уҡ яңы хирургия корпусы макеты менән танышты, конкурс процедуралары тамамланыу менән төҙөлөш башланасаҡ тип көтөлә. 2021 йылдың йәйенә яңы корпус сафҡа тапшырыласаҡ тип күҙаллана.

 

***

Социаль селтәрҙәр аша халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр буйынса эшләүсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская әйтеүенсә, һаулыҡ һаҡлау темаһына арналған һорауҙар бермә-бер кәмегән. Шулай ҙа көн ҡаҙағындағы темалар рәтендә табиптар етмәүе, дауаханаларҙың торошо һәм дарыуҙар менән тәьмин ителеш ҡала.

–      Бик күп райондарҙа булдым, тәү сиратта унда халыҡ менән аралашам. Төп һорау – табиптар етмәүгә бәйле, – тине Радий Хәбиров. – Был мәсьәлә һаман да асыҡ ҡала. Кешеләр ябай ғына тикшерелеүгә лә эләгә алмай. Беренсе квартал буйынса ыңғай динамика бар. Табиптар йәлеп итеү буйынса темпты кәметмәүҙе һорайым.

Төбәк етәксеһе ауыл биләмәләрендә медицинаны үҫтереүгә артабан да ҙур иғтибар бүлергә кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды. Сөнки, демография һорауҙарына килгәндә, тыуым буйынса төп күрһәткес ауылдар иҫәбенә тотороҡло һаҡлана, ә һаулыҡ һаҡлау кимәле түбән ҡала килә.

***

Кәңәшмәлә күтәрелгән төп һорау – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, ошо йәһәттән үлем күрһәткестәренең юғары булыуы. Башҡортостан юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән тәүгеләр рәтендә. Шул уҡ ваҡытта, төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығының аныҡ маҡсатлы күрһәткестәре булырға тейеш. Ошо документты ике аҙна эсендә әҙерләргә һәм һәр бер муниципаль берәмеккә еткерергә тигән талап ҡуйҙы.

***

Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин дарыуҙарҙы маркировкалау темаһына айырым туҡталды. Рәсәй Президенты Владимир Путин күрһәтмәһенә ярашлы, был эш 2020 йылдың 1 ғинуарына тамамланырға тейеш. Проект халыҡты ялған препараттарҙан һаҡлау маҡсатында тормошҡа ашырыла. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, киләһе йылдан дарыуҙар әйләнешен күҙәтеүсе берҙәм мониторинг системаһына инмәгән шәхси эшҡыуарҙар маркировкаланған препараттар менән һатыу итә алмаясаҡ. Ошоно иҫәпкә алып, Радий Хәбиров фармацевтика һәм медицина ойошмалары араһында аңлатыу эшен киңерәк йәйелдерергә ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter