Обычный вид

Яңылыҡтар

13.06.2019 16:41:00

Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне

13 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө һәм республикала һаулыҡ һаҡлау тармағы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Төбәк етәксеһе сараға йыйылыусыларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләне һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

Йыйылыш алдынан Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағы тарихына арналған күргәҙмә менән танышты. Стендтарҙа Өфө губернияһы дәүеренән бөгөнгөгә тиклемге ҡаҙаныштар сағылдырғайны.

Радий Хәбировтың сығышы

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter