Обычный вид

Яңылыҡтар

12.06.2019 12:30:00

Радий Хәбиров байрам сараларында ҡатнашты

12 июндә Башҡортостан бер юлы өс байрам билдәләй – Рәсәй көнө, Өфөнөң 445 йыллығы һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо даталарға арналған байрам сараларында ҡатнашты.

                                                             ***

Рәсәй көнөндә төбәк етәксеһе Дуҫлыҡ Монументына сәскәләр һалды. Монументҡа 1957 йылда, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығы уңайынан нигеҙ һалына, 1965 йылда тантаналы шарттарҙа асыла. Ул рус һәм башҡорт халҡының күп быуатлыҡ дуҫлыҡ символы.

                                                            ***

Республика Етәксеһе башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыу уңайынан батырҙың һәйкәленә сәсәкләр һалды.

Европалағы иң ҙур һыбайлы һәйкәл 1967 йылда асыла, скульпторы – Сосланбәк Тавасиев. Ул «Монументскульптура» Ленинград заводында ҡойола.

                                                         ***

Башҡала көнө уңайынан Радий Хәбиров Өфө етәкселеге менән М.Ғафури исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында булып, уны артабан үҫтереү һәм төҙөкләндереү һорауҙарын барланы, халыҡ менән аралашты.

Төбәк етәксеһе «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленә тапшырылған өр-яңы автобус менән танышты. Шулай уҡ В.И.Ленин исемендәге майҙанда «Сәғәт» фонтанын асыу тантанаһында ҡатнашты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter